Мәҙәниәт
13 Июль 2023, 04:00

Сәғәттәрҙең теле һуҡҡан һайын...

.

Сәғәттәрҙең теле һуҡҡан һайын...Сәғәттәрҙең теле һуҡҡан һайын...
Сәғәттәрҙең теле һуҡҡан һайын...

Сәғәттәрҙең теле һуҡҡан һайын,
Ғүмер миҙгелдәре ҡыҫҡара .
Йәйҙәрҙәр үтә бер тын алышылай,
Был ғүмерҙәр бик ныҡ ҡыҫҡа ла.

Бәхет көтөп ярты ғүмер уҙа,
Әй был кеше, әй был бисара.
Алданып йәшәй яҙмышына
Бер саҡ килеп, ул да туктала...

Сәғәт теле ҡат-ҡат һуға ла бит,
Кеше ғүмере генә ҡабатһыҙ.
Был донъяны аңлап бөтөп булмай,
Күп һорауҙар ҡала яуапһыҙ...

Әй был ғүмер, ташҡын булып аға,
Иҙел һыуы булып сайҡалып.
Үткәндәре менән киткәндәрен,
Бер нисек тә булмай ҡайтарып
Теләһәң дә булмай ҡайтарып...

 

Фото: https://unsplash.com/

Автор:Гөлсем Нәбиуллина
Читайте нас