

Балаға байлыҡ ҡалдырыу -
Кем өсөндөр - ғорурлыҡ.
Иманлы кәңәшең ҡалһын,
Уға үрнәк булырлыҡ.
Атай малы - ҡәҙерһеҙ ул -
Үҙең тапҡан мал түгел.
Тир түгеп, эшләп тапмағас,
Атайҙыҡы йәл түгел...
Хеҙмәт ҡуйып, эшләп тапҡан
Ҡәҙерле лә, яҡын да.
Тырыш бала ғына белә
Ата-әсә хаҡын да.
Балаңа һин ҡармаҡ тоттор,
Балыҡ тотоп ҡалдырма.
Эшләп ашағанда ғына,
Тормошта йәм табыла!
Фото: https://unsplash.com/