Мәҙәниәт
23 Июнь 2023, 15:00

Был донъяға килдем мин күлдәкһеҙ...

.

Был донъяға килдем мин күлдәкһеҙ...Был донъяға килдем мин күлдәкһеҙ...
Был донъяға килдем мин күлдәкһеҙ...

Был донъяға килдем мин күлдәкһеҙ,
Бер әйбҽрһеҙ, әйҽ, ыштанһыҙ
Рәхмәт, һеҙгә ғәзиз атам-әсәм,
Ҡөръән уҡып исҽм ҡушҡанға.
Аллаһым бит мине торған көтөп
Барһын биргән, ҡуйған әҙерләп
Ризығын да, кҽйәр кейемен дә,
Йәшә, тигән, барын ҡәҙерләп.
Юлдарымда яҡшы дустар бирҙе,
Һәр көнөм булды яп-яҡты.
Ҡара төнөм йылы булһын өсөн
Йөрәк түрҙәренән улар ут тапты.
Мөхәббәтен бирҙе, ҡат-ҡат һынап
Бәхетенән ауыҙ иттерҙе.
Йырлатты ла, унан бер илатты,
Ҡайғы усағында ла өттөрҙе.
Тейешлеһен бирҙе, Раббым, алда
Күбеһҽнә лә өмөт итәрмен.
Барыһы ҡалыр, нисҽк килдем ергә,
Шул көйөнсә беләм китәрмен.

 

Фото: https://unsplash.com/

Автор:Мирһади Разов
Читайте нас