

Мамыҡ юрғандарға төрөнөп
Төшә икән килен ауылға.
Бороңғонан ҡалған ғәҙәт ул -
Ауыл сыҡҡан ҡаршы алырға -
Йәш кәләште күреп ҡалырға.
Ҡалыу-Айры ауылында боронғо йолаларҙы һаҡлап бик матур итеп килен төшөрҙөләр. Йыраҡ Ағиҙел ҡалаһынан килгән киленебеҙ беҙҙең ауылды тыуған яҡтары кеүек үҙ күреп, төпләнеп китһен, тип теләйбеҙ. Хөрмәтле йәштәр, Айнур һәм Лилиә! Һеҙгә ғаиләгеҙҙең ныҡлы булып, бәхет шатлыҡтарға ғына төрөнөп, оҙон-оҙаҡ йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ!