

Ишембайҙа йыл әйләнәһенә бик күп мәҙәни саралар уҙғарыла. Яңы йыл, Ватанды һаҡлаусылар һәм Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көндәре, Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы, Бөйөк Еңеү көнө, район һабантуйы, Ҡала һәм Әсәйҙәр көнө кеүек эре байрамдарҙан тыш, тиҫтәләгән фестиваль, һөнәри байрамдар уҙғарылып тора. Йәғни райондаштарҙың бер генә көнө лә сәнғәтһеҙ, мәҙәниәтһеҙ үтмәй. Был – күңел талабы, рухи ашҡыныу, йән дауаһы. Ҡала мәҙәниәт һарайының директор урынбаҫары, режиссер Фәнис КӘРИМОВ байрамдарҙы йышыраҡ сәхнә артынан ғына күҙәтһә лә, тап ул ошондай күләмле мәҙәни сараларҙы ойоштороусыларҙың береһе булып тора. Һөнәри байрамдары уңайынан Фәнис Дамир улы менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
- Фәнис, мәҙәни мөхиткә нисек килеп эләктең?
- Мәҙәниәткә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу нәҫелдән күсә килә, тип әйтә алмайым. Шулай ҙа атайым Дамир гармунда уйнай, ә әсәйем Сәриә үҙешмәкәр коллективтарҙа йырлапбейеп йөрөй торғайны. Урта кластарҙа уҡығанда, 13 йәш самаһы булғанда, ҡурай түңәрәгендә шөғөлләнә башланым. Бәләкәйҙән үҙемде сәхнәлә күрергә теләнем. Шуға ла мәктәпте тамамлағас Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы мәҙәниәт һәм сәнғәт башҡорт республика колледжына уҡырға индем, режиссер-ҡуйыусы һөнәрен һайланым.
Өс йылдан һуң ҡулыма диплом алдым. Артабан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында тағы биш йыл уҡыным.
- Хеҙмәт юлын ҡайҙа башланың?
- 2013 йылда уҡыуҙы тамамлағас тыуған ҡалам Ишембайға ҡайттым. Шунан бирле ун йыл ҡала мәҙәниәт һарайында эшләйем. Тәүҙә режиссер булып эш башланым, бер нисә йылдан директор урынбаҫары итеп тәғәйенләнеләр. Хәҙер үҙемдең ярҙамсыларым, уҡыусыларым да бар тип әйтергә була.
- Эш башлағас иң беренсе күләмле сара нимә булды, иҫеңдәме?
- Эйе, әлбиттә. Мин эшкә урынлашҡанда йәй ине, шуға ла тиҙҙән Ҡала көнөн үткәрергә тура килде. Ижад кешеһе ошондай күләмле, ҙур сараларҙа сынығалыр, тип уйлайым. Шуға ла минең өсөн был сара тәжрибә туплау, үҙемде күрһәтеү өсөн яҡшы мөмкинлек булды. Эйе, бер аҙ үҙемә ышанмау, тулҡынланыу хисе булғаны иҫтә ҡалған. Әммә хеҙмәттәштәрем төплө кәңәштәре менән ярҙамлашып, дәртләндереп торҙо. Ҡала көнө яҡшы кимәлдә үтеп китте.
- Ун йыл эшләү осоронда ҡала-районда мәҙәни саралар үткәреү кимәле үҙгәрҙеме?
- Һәр өлкәлә лә, шул уҡ иҫәптән мәҙәниәттә лә, яңынаняңы алымдар уйлап табып торалар, яңы жанрҙар, заманса ҡорамалдар барлыҡҡа килә. Ишембайҙар ҙа үҙгәрештәрҙе еңел ҡабул итә, замана менән бергә атлай. Әйткәндәй, тиҙҙән мәҙәниәт һарайына светодиодлы экран алырға тейештәр. Быйыл беҙ Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашып, сәхнәнең яҡтылыҡ кимәлен яҡшыртасаҡбыҙ. Яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр көтөлә.
- Билдәле булыуынса, бер нисә йыл элек зәңгәр экрандарға һин төшөргән “53” фильмы сыҡты. Уны төшөрөү идеяһы ҡайҙан барлыҡҡа килде?
- Мин төрлө яҡлап үҫешергә, үҙ һәләттәремде асырға, яңы һөнәрҙәр үҙләштерергә әүәҫ. Кино төшөрөү ҙә күңелемә яҡын. Мәҙәниәт һарайында бер бүлмәлә баянсы фотоһы тора ине. Шул фотоға бер генә ҡарап, фильм төшөрөргә дәртләндем. Сюжет буйынса мәҙәниәт һарайына 53-сө һанлы һаҡсы эшкә урынлаша. Ул килгәс гөрләп торған һарай, ниһайәт, тынып ҡала. Сөнки был һаҡсы мәҙәниәт рухын яҡшы аңлай. Шуныһы ҡыуаныслы, етәкселек тә, хеҙмәттәштәрем дә минең идеяны хуплап, ярҙамлашты. Ваҡыт һәм тейешенсә тәжрибә етмәү сәбәпле фильмды оҙаҡ төшөрөргә тура килде. Әҙер фильмға баһа алыу өсөн уны дуҫтарыма, таныштарыма күрһәттем. Кемдәлер ул ҡурҡыу хисен уята. Шулай ҙа иң аҙаҡта һәр кем оҡшатып, ыңғай тигән баһа бирҙе. Фильмдың премьераһы “Рәсәй-24” һәм Башҡортостан юлдаш телеканалдарында булды.
- Тағы ла фильм төшөрөү теләгең бармы?
- Эйе. Теләк бар. Бынан тыш, төрлө йырҙарға клиптар ҙа төшөрәм. Күптән түгел ҡаланың балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташ яугирҙарға арнап йыр башҡарҙы. Мин уларға клип эшләп бирҙем.
- Халыҡта илһөйәрлек рухын арттырыуҙа ла мәҙәниәт һарайының роле ҙур. Бөгөн нимәләр үткәрәһегеҙ?
- Мәҙәниәт һарайында хәйриә, илһөйәрлек концерттары уҙғарылып тора. Төрлө замандарҙағы кеүек үк был еңел булмаған осорҙа мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эше мөһим роль уйнай – үҙ йырҙарыбыҙ, спектаклдәребеҙ менән беҙ халыҡтың илһөйәрлек рухын күтәрергә булышлыҡ итәбеҙ, бирешмәҫкә өндәйбеҙ. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр араһынан да махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәр бар. Улар менән бәйләнештәбеҙ, ярҙам итергә тырышабыҙ, тиҙерәк иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
- Һине нимә илһамландыра? Үҙ энергияңды нисек тулыландыраһың?
- Әүҙем ялды үҙ итәм. Пейнтбол уйнарға, картингта, сноубордта, конькиҙа йөрөргә яратам. Дуҫтар менән Башҡортостан буйлап сәйәхәткә сығабыҙ. Мине яҡшы музыка илһамландыра. Үҙ һөнәреңде, эшеңде яратһаң – дәртең бер ваҡытта ла һүнмәҫ, тигән фекерҙәмен.
- Фәнис, ғаилә статусың нисек?
- Мин әлегә өйләнмәгәнмен. Барыһы ла алда әле, Алла бирһә.
- Байрам уңайынан хеҙмәттәштәреңә теләктәр.
- Сәнғәт кешеһе эштә һәр ваҡыт яҡшы кәйефтә булырға, башҡаларҙы ла үҙ энергияһы менән дәртләндереп торорға тейеш. Эштән арып ҡайтҡас һине яратып, аңлап көтөп тороусы кешең булыуы мөһим. Шуға ла һәр беребеҙгә ғаилә бәхете, ныҡлы һаулыҡ, аяҙ күк йөҙө теләйем.
- Әңгәмә өсөн рәхмәт, Фәнис! Эшеңдә уңыштар, барлыҡ хеҙмәткәрҙәрегеҙгә күңел күтәренкелеге, көс-ҡеүәт, дәрт-дарман теләйбеҙ!
Фото Фәнис Кәримовтың шәхси архивынан.