Мәҙәниәт
16 Июнь 2023, 15:00

Зыярат ҡылып йөрөйөм...

.

Зыярат ҡылып йөрөйөм
һәр ташта таныш исем.
Минән йәштәр,йәштәштәрем...
йөрөйөм иҫем китеп.

Урам - урам бер тирәгә
йыйылған нәҫел - нәсәп.
Фани донъяла һәр ваҡыт
булмаһа ла дуҫ йәшәп.

Ҡәбер таштары ла төрлө -
ҡуйылған хәлгә ҡарап....
Кемдекендер әрем баҫҡан
ҡайһыларында нарат.

Ҡайындар ҙа бында күптән
булып алған төп хужа.
Ел иҫкәндә әкрен генә
кемдеңдер йырын һуҙа.

Күптәр бында юл алған шул
йырлап бөт(ә) алмай йырын.
Әйтелмәй ҡалған күпме һүҙ
өҙөлгәс ғүмер ҡылы...

Һуңламайыҡ,йөрәк һүҙен
әйтәйек иҫән саҡта.
Иларбыҙ юҡһа һуңынан
ҡәбер ташын ҡосаҡлап.

Аҙаҡ үкенмәҫлек итеп
ғүмер юлын үтәйек.
Сөнки ҡәберҙән ҡәбергә
һуҡмаҡ та юҡ,юл да юҡ....

Зыярат ҡылып йөрөйөм
ҡәбер тынлығын боҙоп.
Бер саҡ миңә сират етер
яҙмыштан булмаҫ уҙып...
.............................................
Иҫәндәрҙең ҡәҙерен белеп,
үлгәндәрҙең ҡәберен белеп,
йәшәйексе иҫән саҡта
тормош ҡәҙерен белеп.

Автор:Гөлсирә Фәйзуллина (Сәғәҙиева).
Читайте нас