Мәҙәниәт
14 Июнь 2023, 08:00

Мин булмаһам...

.

Мин булмаһам...Мин булмаһам...
Мин булмаһам...

Һинең тормошоңда мин булмаһам,
Һиңә ниндәй тыныс булыр ине!
- Хәйерле иртә! - тип, ҡояш менән
Уятыусы кеше булмаҫ һине.

Бимазалап, аш-һыу бүлмәһенә
Ашарға тип саҡырыусы булмаҫ,
Юҡ-бар һөйләп, башың ҡаңғыртмаһам,
Йөрәккәйең асыу менән тулмаҫ.

Сериалдар ҡарап, йәштәр түгеп,
Тәҡәтеңде бер кем ҡоротмаҫ,
Сөскөргәндә, “йәрхәмикАллаһ”ты
Әйтергә лә бер кем онотмаҫ!

- Аяғыңды күтәр, иҙән йыуам,-
Тип мыжымаҫ ине бер кем дә,
Эй кинәнеп, үҙең теләгәнсә
Йәшәр инең һин үҙ иркеңдә!

Бер үҙеңә иркен ҙур карауат –
Йоҡлар инең ятып арҡыры!
...Бер һүҙеңә үпкәләгән булып,
Иҫәрләнеп барам, ахыры...

Һинең тормошоңда мин булмаһам,
Минекендә лә һин булмаһаң,
Йәшәүемдең ниндәй йәме булыр,
Һиңә һөйөү менән тулмаһам?

Оҡшаманы бөгөн миңә әйткән
Тик бер һүҙең генә ни бары...
Юҡ, кәрәкмәй миңә тыныс тормош –
Уның хаҡы артыҡ юғары!


Фото: https://unsplash.com/

Автор:Фирүзә Абдуллина.
Читайте нас