

Был сарала Уразбай ауылынан гәүһәр туйҙарын билдәләүсе Мөхәмәҙи менән Гөлгөнә Йәғәфәровтар, Этҡолдан алтын туйҙарын билдәләүсе Абдрахман менән Әлфирә Әбүбәкировтар, Рәсүл менән Рәзинә Ғәрифуллиндар, Рамазан менән Венера Кәлимуллиндар, Суният менән Динә Ихсановтар, Аҙнайҙан Рәис менәнӘлфиә Насыровтар ҡатнашты.
Матур, татыу, тиң парлы ғүмер юлы уҙған был ғаилә парҙарының һәр береһе тыуған ауылдарының йөҙөк ҡашы, йәме, тәрбиәле балалар үҫтергән өлгөлө ғаиләләр.
Тантанала Ишембай ҡалаһы һәм районының ЗАГС бүлеге белгесе, ауылдаш ҡыҙыбыҙ Әлфиә Хөсәйенова юбилярҙарға Башҡортостан Республикаһының башлығы Радий Хәбировтың Рәхмәт хатын уҡып ишеттерҙе һәм бүләктәр тапшырҙы.
Байрам һоҡланғыс ғаилә парҙарының балалары, дуҫтарының, туғандарының, күршеләренең ҡотлауҙары һәм Этҡол мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр артистарының сығыштары менән үрелеп барҙы. Был байрам берсә күңелдәрҙе һағышландырып, берсә күтәреп, берсә ошондай кешеләр менән йәнәш йәшәүгә ғорурлыҡ хисен уятып уҙып китте.