Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Июнь 2023, 22:00

Ауыл хәбәрҙәре

Маҡар ауылы моделле китапханаһы ла “Библиотөн – 2023” Бөтә Рәсәй акцияһына берҙәм ҡушылды.

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

2023 йылды Рәсәй президенты Владимир Путин "Уҡытыусы һәм остаз" йылы тип иғлан итте.

Маҡар ауылы моделле китапханаһында мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән Уҡытыусы һәм остаз йылын асыуға арналған "Уҡытыусы! Ниндәй бөйөк исем!" исемле әҙәби-музыкаль кисә үтте. Сараға Маҡар урта дөйөм белем биреү мәктәбенең һәм балалар музыка мәктәбе уҡытыусылары, ветеран уҡытыусылар саҡырылды.

Байрамды асҡандан һуң, уҡытыусы Аҙнабаев Авзал Миңнияр улы Маҡар мәктәбе тарихына байҡау яһап китте. Кисәлә һәр уҡытыусы үҙҙәренең яҡты иҫтәлектәре, ҡыҙыҡлы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Йыр-моң менән аралашып барған был сара барыһына ла оҡшаны.

Байрамды үткәреү ҙә ярҙам иткән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, Маҡар музыка мәктәбе коллективына, һәүәҫкәр артистарға, уҡыусыларға, “Ағинәйҙәр”ойошмаһының оло йәштәге апайҙарына рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Барлыҡ уҡытыусыларҙы Уҡытыусы һәм остаз йылы менән ҡотлайбыҙ! Һаулыҡ, бәхетле тормош, уҡыусыларығыҙҙан һәр саҡ изге рәхмәт һүҙҙәре генә ишетеп йәшәргә яҙһын.

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Гөлиә КӨМӨШБАЕВА
Читайте нас: