Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Июнь 2023, 17:00

Балаларға күңел йылығыҙҙы йәлләмәгеҙ!

Шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы бала саҡтан да гүзәл мәл юҡ. Бала саҡты бәхетле итеү - һәр ғаиләнең, йәмғиәттең һәм дәүләттең бурысы.

Балаларға күңел йылығыҙҙы йәлләмәгеҙ!
Балаларға күңел йылығыҙҙы йәлләмәгеҙ!

Балаларҙы һөйөүгә һәм хәстәргә сорнағыҙ, күңел йылығыҙҙы һәм иғтибарығыҙҙы йәлләмәгеҙ, яуызлыҡтан, насарлыҡтан һаҡлағыҙ. Шул ваҡытта беҙҙең балалар һау-сәләмәт, шат, уңышлы булыр, беҙҙең яҡты өмөттәрҙе аҡлар! Балаларға бөгөн күрһәтелгән хәстәр, иғтибар һәм һөйөү киләсәктә ата-әсәләргә, туғандарға, яҡындарға, тирә-яҡтағыларға һәм Ватаныбыҙға һөйөү булып әйләнеп ҡайтыр.

Шундай матур, изге теләктәр 1 июнь көндө Маҡар мәктәбе майҙансығында йыйылған барлыҡ балаларға ла әйтелде. Байрамға килгән балалар сараның тантаналы өлөшөнән һуң ағинәйҙәр менән берлектә үҙебеҙҙең ауылға ғына хас таҡмаҡтарын йырлап, парлы бейеүгә лә төштөләр. Һуңынан төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, бүләктәр алып ҡыуандылар.

Рәхәтләнеп ярышып уйнаған балалар һәм байрамға килеүсе ҡунаҡтарҙың барыһы ла, ауылыбыҙҙың шәхси эшҡыуарҙары Шәрифә Хаммат ҡыҙы һәм Резеда Рәүеф ҡыҙы ярҙамында әҙерләгән тәмле былау менән һыйланды.

Балаларҙың шат тауыштары ғына яңғырап торһон, илебеҙҙә именлек,еребеҙҙә тыныслыҡ булһын!


Фото: https://vk.com/makarsdk

Балаларға күңел йылығыҙҙы йәлләмәгеҙ!
Балаларға күңел йылығыҙҙы йәлләмәгеҙ!
Балаларға күңел йылығыҙҙы йәлләмәгеҙ!
Балаларға күңел йылығыҙҙы йәлләмәгеҙ!
Балаларға күңел йылығыҙҙы йәлләмәгеҙ!
Балаларға күңел йылығыҙҙы йәлләмәгеҙ!
Автор:Гөлиә КӨМӨШБАЕВА
Читайте нас: