Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Май 2023, 19:00

Мин күктәрҙән күпте һорамайым...

.

Мин күктәрҙән күпте һорамайым...
Мин күктәрҙән күпте һорамайым...

Мин күктәрҙән күпте һорамайым,
Һаулыҡ ҡынам булһа - шул етә.
Балаларым иҫән генә булып,
Шатландырып торһа - шул етә.
Үҙ ереңдә һәүетемсә генә
Донъя көтөп йәшәү - ҙур бәхет.
Күңелем бай булһын, кәрәк түгел.
Алтын - көмөштәрҙән ҙур тәхет.
Мин күктәрҙән күпте һорамайым.
Таңдарыбыҙ тыныс тыуһындар!
Ауыр саҡта янда булһын дуҫтар,
Терәк булһын һәр саҡ туғандар.
Эшләр эшем,ҡайтып инер өйөм,
Көтөр кешеләрем булһындар!
Ҡайғы урап үтһен,ә күңелдәр
Тик шатлыҡҡа ғына тулһындар!

 

Фото: https://unsplash.com/

Автор:Сәфинә Рамазанова-Әхмәтова
Читайте нас: