

Һөйөү бәхет, һөйөлөү икеләтә
Татыным мин һөйөү хистәрен,
Нисә асып, нисә ҡабат яптым
Күңелемдең бикле хистәрен.
Һөйҙөм дә мин, һөйөлдем дә кеүек
Ирендәрең тәме ирендә,
Күңел тыныслығы тапмай инем
Һинһеҙ үткән айлы төнөмдә.
Араларҙа ятҡан йылдарҙы
Ҡайтарырға етмәҫ бер ғүмер,
Бар булғаның менән һин ҡәҙерле
Ҡалғанына инде мин әҙер.
Фото: https://unsplash.com/