Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Май 2023, 14:00

Рухи байлыҡ бүләк итеүсе

Ҡолғона ауылында тыуып-үҫеп бар тормошон район мәҙәниәтен үҫтереүгә арнаған, халҡының рухын байытыуҙа ҙур көс һалған республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлсинә Ғаффар ҡыҙы ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА тураһында яҙаһы һүҙебеҙ.

Рухи байлыҡ бүләк итеүсе
Рухи байлыҡ бүләк итеүсе

Мәҙәниәт өлкәһенең тынғыһыҙ хеҙмәткәрҙәре кешеләргә сәнғәт донъяһы менән аралашыуҙа шатлыҡлы минуттар бүләк итә, халҡыбыҙҙың күркәм, матур йолаларын һаҡлап, уларҙы артабан ижади үҫтерә, тормошҡа яҡшы кәйеф һәм байрам төҫө өҫтәй.

Эш ҡәҙерен белеп үҫә

Гөлсинә Ғаффар ҡыҙы һигеҙ балалы ғаиләлә бишенсе сабый булып донъяға килә. Атаһы леспромхозда эшләһә, әсәһе уңған хужабикә була, эштә лә һынатмай, ҡап һуғыу буйынса планды арттырып үтәй.

- Әсәйемдең кистәрен шәм яҡтыһында ойоҡ, бейәләйҙәр бәйләгәне әле лә хәтерҙә. Һигеҙ баланы ҡарарға, бөтәһенә лә өлгөрөргә кәрәк. Күлдәк-салбарҙарҙы ла беҙгә үҙе тегеп кейҙерә торғайны. Атайым сирләп түшәккә ятҡас, уны ете йыл буйы тәрбиәләне, матурлап һуңғы юлға оҙатты. Беҙҙе лә кәм-хур итмәй үҫтерҙе. Ғәзизебеҙгә дүрт балаһын ерләп күп ҡайғылар кисерергә тура килде. Беҙ эш ҡәҙерен белеп үҫтек. Бесәнен дә саптыҡ, бәрәңгеһен дә үҫтерҙек, ауылдағы инәй-бабайҙарға ла ярҙам иттек, - тип иҫкә төшөрә бала сағын Гөлсинә апай.

Гөлсинә Ғаффар ҡыҙы бәләкәйҙән уҡырға ярата, китапханалағы барлыҡ китаптарҙы ла уҡып сыға. Ул ваҡытта электр уты ла, телевизор ҙа булмай, шәм яҡтыһында дәрес әҙерләргә тура килә. Урындағы радионан әҙәби, драма әҫәрҙәренә радиопостановкаларҙы йотлоғоп тыңлай.

Йәш ҡыҙ ағаһы менән бергә селеген дә ҡырҡа, һуҡыр сысҡанын да аулай, һөйәктәр йыйып та тапшыра. Был кәсептәр өсөн ул ваҡытта арыу ғына аҡса түләйҙәр. Башланғыс класты Ҡолғона мәктәбендә, 5-8-сене Ишембай ҡалаһының 2-се интернатында уҡый, 9-10-сы кластарҙы тыуған ауылында тамамлай.

Бәләкәйҙән йыр-моңға ғашиҡ

Гөлсинә апай бәләкәй сағынан уҡ йыр-моңға ғашиҡ була. Урманға барғанда ла, сепарат әйләндергәндә лә йырлай. Йырсы булыу теләге уны мәктәпте тамамлағас Өфөгә сәнғәт институтының театр бүлегенә алып килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул осорҙа был бүлеккә йыл аша ғына ҡабул итәләр һәм ҡыҙға уҡырға инергә насип булмай. Гөлсинә Ғөбәйҙуллина тыуған ауылына яҡын булһын тип Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу училищеһына уҡырға инә. Студент йылдарында режиссура бүлеге етәксеһе Ильяс Сәхипгәрәй улы Гәрәевтың дәрестәрен яратып тыңлай. Гөлсинә Ғаффар ҡыҙы студент саҡтағы ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәл-ваҡиғаны иҫенә төшөрҙө.

- Ул ваҡытта студенттарға ай һайын 30 һум стипендия түләйҙәр ине. Стипендия алғас, ял көнө иптәш ҡыҙ менән баҙарға барып аяҡ кейеме алырға булдыҡ. Троллейбусҡа этешә-төртөшә менеп баҫтыҡ. Шығырым тулы кеше ине. Кәрәкле туҡталышта төшөп, кеҫәмде ҡараһам – аҡсанан елдәр иҫкән. Ниңә ул аҡсаны кеҫәмә һалғанмындыр инде. Ундай алама кешеләр була икән тип, илап та алдым. Сөнки 30 һум ул ваҡытта ҙур ғына аҡса ине, - тип һөйләне ул.

Хеҙмәт юлын тыуған ауылында башлай

Гөлсинә Ғаффар ҡыҙы 1982 йылда училищены тамамлап класташы Нәжиә Әхмәтова менән тыуған ауылы Ҡолғонаға ҡайтып, емерелеп барған клубта эш башлайҙар. Унда бер йыл эшләгәндән һуң, яңы бина төҙөлә.

- Ауыл Советы рәйесе Хөҙә Әхмәтйәнов беҙҙе, ике йәш кенә ҡыҙҙы, лесхоз тауындағы пилорамға таҡта өйөргә ебәрә. Был таҡталар яңы клуб өсөн тәғәйенләнгәйне. Хөҙә ағай эшкә талапсан, уңған кеше булды. Ауыл халҡы йоҡонан торғансы, матайы менән ауылды дүрт-биш мәртәбә урап сыға ине. Шул йылдарҙа Нәжиә менән 40 кешенән торған хор коллективын район үҙәгенә конкурсҡа алып барҙыҡ, - тип иҫкә ала Гөлсинә апай.

Бер нисә йылдан яңы клуб яна. Иҫке мәктәп бинаһы клуб өсөн ҡулланыла. Емерелеп барған һалҡын клуб сәхнәһендә үҙәк өҙгөс һыуыҡтарҙа сығыш яһарға тура килә. Гөлсинә апай яңы мәҙәниәт усағын һалдырыу өсөн бик күп хаттар яҙып, документтар артынан йүгереп, ҙур өлөш индерә.

Элек ауылдарҙа тормош ныҡлы гөрләй ине. Ҡолғона клубы сәхнәһендә лә бик күп спектаклдәр ҡуйыла. Ә. Атнабаевтың “Законлы никах менән”, М.Кәримдең “Ай тотолған төндә”, Ә.Мирзаһитовтың “Әсәләр көтәләр улдарын”, К. Аҡбашевтың “Һипкелле ҡыҙ”, Ф.Бүләковтың “Эх, күгәрсенкәйҙәрем!”, М.Кәримдең “Айгөл иле” һәм башҡа бик күп спектаклдәр сәхнәләштерелә. Ҡыҙғанысҡа күрә, бөгөн төрлө мәшәҡәттәргә һылтанып, ауылдаштар араһында түңәрәктәргә йөрөүселәр кәмей. Спектаклдәргә ирҙәр ролендә ҡатындарға уйнарға тура килә. 

Ғаиләһе - уның ҡәлғәһе

Гөлсинә Ғаффар ҡыҙы тормош иптәше Марс ағай менән 38 йыл татыу ғүмер итә. Өс ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Олоһо Фидаил ауылда төпләнеп ҡатыны менән ике
ҡыҙ үҫтерәләр. Үткән йылдың сентябрь айында ул махсус хәрби операцияға алына. Уртансыһы Айсыуаҡ юғары белем алып, өйләнеп, Себер тарафтарында эшләп йөрөй. Уларҙың да улдары тыуған. Төпсөктәре Сыңғыҙ Ҡырым яғында әрмелә хеҙмәт итә.

Мәҙәниәт хеҙмәткәре көн оҙоно клуб эше менән ҡайнай, концерттар, төрлө саралар мәлендә ҡара төнгә тиклем эшләргә тура килә. 

- Иртәнге 5-тән тороп һыйырын һауып, һөт айырып репетицияларға коллектив менән ҡалаға йөрөйбөҙ. Ара яҡын түгел. Беҙҙең эш тынғыһыҙ, ауыл ерендә бер генә сара ла мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрһеҙ үтмәй. Мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Быйыл иғлан ителгән Уҡытыусы һәм остаз йылында физкультура уҡытыусыһы Мәхмүт ағай Мусиндың иҫтәлегенә саңғы ярышы үткәрҙек. Был сараны йолаға әйләндерһәк, яҡшы булыр ине. Яҙын юбилейҙары булған уҡытыусыларҙы йыйып осрашыу ойошторҙоҡ, - ти Гөлсинә апай.

Ғорурланырлыҡ урындары бар

Бөгөн Гөлсинә Ғөбәйҙуллина етәкселегендә Ҡолғонала ике ҡатлы, яҡты, барлыҡ уңайлыҡтары булған мәҙәни үҙәк эшләп килә. Был бинала тренажер залы,
хореография, һынлы сәнғәт кластары, вокал, театр һәм фольклор бүлмәләре бар. Ауыл музейы ла ошонда урынлашҡан. Ансамблдәрҙә төрлө өлкәлә эшләгән моңло тауышлы ҡатын-ҡыҙҙар сығыш яһай. Гөлсара Әминова етәкселегендәге “Һандуғас” фольклор халыҡ ансамбле республикала уҙғарылған төрлө конкурстарҙа ҡатнашып еңеүҙәр яулай. Гөлсинә Ғаффар ҡыҙы мөдир вазифаһынан тыш, “Сыуаҡай” фольклор, һүҙ оҫталығы ҡумыҙсылар түңәрәген дә етәкләй. Төрлө йыйындарҙа, һабан туйҙарында, шәжәрә байрамдарында сығыш яһайҙар. “Ағинәйҙәр” ойошмаһы ла күп кенә эш башҡара. Ойошманың тәүге етәксеһе Рәшиҙә Вәлиева булһа, әле уны Лилиә Мөхәмәҙуллина етәкләй. Улар төрлө сараларҙа, республика буйынса үткән фестивалдәрҙә, дини байрамдарҙа әүҙем ҡатнашалар. Китапханасы Фәнилә Яхина етәкселегендәге “Әхирәттәр” клубында милли биҙәктәрҙе тергеҙеү буйынса ҙур эш алып барыла. Улар оҫталыҡ дәрестәре үткәреп, һаҡал, селтәр, ҡашмау кеүек милли кейем элементтарын тегә, боронғо орнаменттарҙы тергеҙә.

- Тормош юлымда осраған, миңә дөрөҫ йүнәлеш биргән, һәр яҡлап ярҙам иткән остаздар осрауына рәхмәтлемен. Шулай ҙа кешеләргә ышанып барыусанлығым һәм эскерһеҙлегем арҡаһында күп кенә һынауҙар үтергә тура килде. Шуға ла ике йөҙлөлөк, хыянат кеүек сифаттарҙы йәнем һөймәй. Бигерәк тә уларҙы яҡын күргән дуҫтарымдан кисереү ауыр булды. Беҙ халыҡтың күңелен тәрбиәләү өлкәһендә хеҙмәт итәбеҙ. Тағы ла борсоған мәсьәләләрҙең береһе – мәҙәниәт усағының ҡыйығынан һыу ағыуы. Унда ремонт эштәре башҡарылыуын ышанып көтәбеҙ, - ти Гөлсинә апай.

Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Гөлсинә Ғөбәйҙуллина бик күп Маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Уның мәҙәниәт өлкәһендә эшләүенә лә 40 йылға яҡын ваҡыт үтеп киткән. Ошо осор арауығында уға район мәҙәниәт бүлегенең элекке етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәлил Йомағужин, Илнур
Мөхиәнов, Нәсимә Собханғолова, Инира Төхвәтуллина, Айбулат Ҡотошов, Әлфиә Тимербулатова һәм башҡа шәхестәр менән эшләү бәхете тейгән.

Ҡатмарлы ла, яуаплы ла өлкәлә хеҙмәт итә мәҙәниәт хеҙмәткәре. Халыҡты тормош мәшәҡәттәренән арындырып, уларҙың күңеленә рухи орлоҡ һәм өмөт һалыу йәһәтенән тырышлыҡтары оло баһаға лайыҡ.

Һалдаттарға ярҙам итәләр

Бөтә ил, республика, ауыл-ҡалалар буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам ойошторола. Был изге эштән Ҡолғона мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, ауылы халҡы ла ситтә ҡалмай. Яу яланындағы яугирҙарыбыҙға йылы кейемдәр, гигиена кәрәк-яраҡтары, аҙыҡ-түлек йыйып посылка менән ебәрәләр. Бик күптәр аҡсалата ла ярҙам итә. Уларға һалдаттар өсөн кәрәкле әйберҙәр һатып алына. Ауыл халҡы был ярҙамдың бик кәрәклеген яҡшы аңлай. Адреслы посылкалар ҙа
ебәрелә. Ғинуар айында мәҙәни үҙәктә «Күңел йылыһы» акцияһы сиктәрендә ҡатын-ҡыҙҙар маскировка сеткаһын эшләй. Был эштә егерменән артыҡ кеше ҡатнаша.

Дөйөм эш өсөн янып-көйөп йөрөгән ауылдаштарына Гөлсинә Ғаффар ҡыҙы сикһеҙ рәхмәтен белдерә.


Фотолар шәхси архивтан.

Рухи байлыҡ бүләк итеүсе
Рухи байлыҡ бүләк итеүсе
Рухи байлыҡ бүләк итеүсе
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: