Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Май 2023, 16:00

Туғаныңдың белсе ҡәҙерен…

.

Туғаныңдың белсе ҡәҙерен…
Туғаныңдың белсе ҡәҙерен…

… Бер кемдән дә бер ни өмөт итмә,
Бел, өмөттәр ҡай саҡ аҡланмай...
Үҙ тормошоң үҙең көйләп өйрән,
Яҡындарға асыу һаҡламай...

...Кемдәргәлер ҡылған изгелекте,
Бизмәндәргә һалып үлсәмә.
Шатлыҡтарын күреп шатлана бел,
Ҡайғыларҙа бер үк – үсәмә!

Һаҡһыҙлыҡтан, ауыр һүҙҙәр әйтеп,
Ситкә типмә, ғәзиз туғаның!
...Беләбеҙме ауыр саҡта килеп,
Кемдең кемгә ҡулын һуҙғанын?!

Һәр кешелә хоҙай яҙған яҙмыш,
Тормош һуҡмағы ла бер түгел...
Ҡояш көлгән саҡта һинең күктә,
Берәүҙәрҙә болот йәш түгер...

Бер кемдән дә бер ни өмөт итмә,
Бәхеттең дә көтмә әҙерен...
...Туғандарҙы булмай һайлап алып,
Булғанының белсе ҡәҙерен!!!


Фото: https://unsplash.com/

Автор:Рәмилә Ҡужаҡова
Читайте нас: