Мәҙәниәт
21 Май 2023, 06:00

Ишембайҙар һынатманы!

14 майҙа Яңы Әптек ауылы мәҙәниәт йортоноң «Тамаша» халыҡ театры артистары Башҡортостан юлдаш телеканалындағы «Алтын тирмә» телевикторинаһында ҡатнашып ҡайтты.

Ишембайҙар һынатманы!Ишембайҙар һынатманы!
Ишембайҙар һынатманы!

Ишембайҙарға ҡаршы Әбйәлил районының Байым ауылындағы күп тармаҡлы моделле мәҙәниәт йортоноң «Күбәләк» халыҡ театры артистары уйнаны. Ике команда ла уйын барышында тапшырыуҙы алып барыусы Фәрхәт Ғәйнетдиновтың викторина һорауҙарына тулы итеп яуап бирҙе. Уйын бик сағыу, көсөргәнешле үтте, һөҙөмтәлә ике команда ла бер үк мәрәй йыйып, дуҫлыҡ еңде.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Тамаша» халыҡ театрының тарих бите 2004 йылда асыла. Т. Миңнуллиндың легендар «Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр» спектакле сәхнәгә сығарылған тәүге әҫәр була. Ҡуйыусы режиссёр - театр ветераны Исхаҡова Минзиә Минияр ҡыҙы. Әйткәндәй, ул бөгөн дә сәхнәлә. 2015 йылда коллектив халыҡ театры исеменә лайыҡ булһа, 2022 йылда Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығы бойороғо менән йәнә халыҡ театры исемен раҫлай. 

«Тамаша» театрын яңы образдар, сығыштар, үрҙәр көтә. Үҙебеҙҙең телтарихты, мәҙәниәтте үҫтереүгә битараф булмаған милләттәштәребеҙҙе театрға саҡырып ҡалабыҙ!



Ишембайҙар һынатманы!
Ишембайҙар һынатманы!
Ишембайҙар һынатманы!
Ишембайҙар һынатманы!
Автор:Әминә МӘҺӘҘИЕВА.
Читайте нас