

Артыҡ ҡыҫҡа ғүмер бирмә, Раббым.
Әле генә йәшәй башланым.
Ете йәшлек сабый кеүек йәнем,
Ағарһа ла инде баштарым.
Артыҡ оҙон ғүмер бирмә, Раббым,
Һуңғы көстәремде алырлыҡ.
Һораһам да, оҙон ҡартлыҡ бирмә,
Кеше ҡулдарына ҡалырлыҡ.
Һанлы йылдарымдың әле генә
Белә башланым мин ҡәҙерен.
Үкенесһеҙ үтәйем һәр бер көнөн
Миңә насип яҙған ғүмерҙең.
Фото: https://unsplash.com/