

Мин үҙемде шундай хөрмәт итәм,
Мин үҙемде шундай яратам,
Алтынымды, матурымды, - тиеп,
Һәр бер көнгә һөйөп оҙатам.
Мин үҙемә шундай ҡәҙерлемен,
Берәү генәмен бит үҙемә!
Минең күңел, башҡаларға түгел,
Үҙ-үҙемә кәрәк иң тәүҙә.
Кеше һүҙе миңә мөһим түгел,
Кеше эше - төштән кирегә.
Уңайлы ла хатта түгелмен шул
Кеше көйҙәренә бейергә.
Үҙ һүҙем бар, үҙ хыялым яҡты,
Үҙ күсәрем көслө эсемдә.
Ҡылғаныма үҙем яуап бирәм,
Япһармайым бүтән өҫтөнә.
Маҡсат өсөн - балаларым маяҡ,
Дарман өсөн эшем тәм генә.
Мин уңышты үҙем яулап алам,
Ҡалдырмаһын кеше көнөнә!
Бәхетте лә үҙем төҙөп киләм,
Шар асыҡмын бәхет - дуҫыма.
Уңышһыҙлыҡтымы?! Ҡабул итәм!
Ул да кәрәк үҫеш юлында.
Барыһы ла, әйҙә, булып торһон,
Хистәр менән донъя йәмлерәк!
Имен торһон илдәр, һаулыҡ булһын,
Ҡалғандары уның - ваҡ-төйәк.
Донъя Һиңә һөйөп баҡһын тиһәң,
Үҙ-үҙеңде ярат иң башта!
Мин үҙемде шундай хөрмәт итәм,
Мин үҙемде таптым тормошта!
Фото: https://unsplash.com/