

Был тормошта бер ҡасан да, бер кемгә лә
Һөйләп булмай торған серҙәр була,
Бер ҡасан да , бер кемгә лә бирмәй торған,
Үзең генә йыуа торған керҙәр була.
Әйтергә тейеш булып та, уйлай торғас,
Әйтелмәйсә ҡалган һүҙҙәр була,
Ғүмер буйы оноторға тырышып та,
Онотолмай торған күҙҙәр була.
Күҙең аҡ- ҡараны айыра алмай торған,
Яңғыҙ йән аҫраған көндәр була,
Үреп, һүтеп, сорнап, бәйләп, уйлап сыҡҡан,
Таңы атмай торған төндәр була.
Аңлатырга һүҙҙәр табып булмай торған,
Һине биләп алған һағыш була,
Күргәндәргә сабыр булып, күрмәгәнгә
Күрһәтмәһен, тигән, яҙмыш була.
Башына төшмәгән кеше белмәй торған,
Аңлай алмай торған әрнеү була,
Үҙең күптән гәфу итеп, ә йөрәгең
Ҡабул итә алмаған рәнйеү була.
Һәм шуларҙың барыһын түкмәй-сәсмәй
Кеше, куңеленә һалып ҡуя.
Йәшәй-йәшәй ауыр бер йөк булып,
Күңелдәге һандыҡ шыплап тула...
Фото: https://unsplash.com/