Икенсе көн ямғыр яуа,
Ямғыр яуа, ямғыр яуа,
Ямғыр булып күктән ергә
Шатлыҡ яуа, шатлыҡ яуа!
Күкте иңләп Ямғыр апай
Йәйғор көйәнтәһен һуҙҙы,
Күнәктәрен сайпылдырып
Йәйғор күперенән уҙҙы.
Ямғыр апай, Ямғыр апай,
Һинең килеренде көттөк,
Ҡасан килер инде тиеп
Көтә, көтә һағынып бөттөк.
Муллыҡ булып, байлыҡ булып
Яусы Ямғыр, яусы Ямғыр,
Ямғыр яуһа иген уңыр,
Илебеҙҙә туҡлыҡ булыр.
13.04.2023