

Беҙ һуғышты күрмәй үҫкән быуын,
Киноларҙан ғына ҡараныҡ.
Еңеү көнө етһә дәртләнешеп,
Шул осорҙоң йырын йырланыҡ.
Ҡытлыҡ кисермәнек бер нәмәгә,
Ашарға ла булды, кейергә.
Ауыр һуғыш сағын тарих итеп,
Олатайҙар булды һөйләргә.
Ә әсәйҙәр беҙгә әйтер ине,
Шул осорҙа ниҙәр күргәндәр.
Бәләкәйҙән улар ҡаптар һуғып,
Йүкә сабаталар үргәндәр.
Яҙҙар етһә берәм-берәм ҡалҡҡан,
Балтырғаны, йыуа, һарына.
Ошоларҙы ашап донъя көткән,
Риза булып улар барына.
Ағас ҡырҡып, һалдар ағыҙғандар,
Эшләгәндәр биреп, бар көсөн.
Ҡулдарынан килгән тиклемгәсә,
Тырышҡандар " Бары фронт өсөн!"
Яҙҙар һайын Еңеү көнө етһә,
Тарихты беҙ иҫкә алабыҙ.
Рәхмәт, ветерандар һәм тылсылар,
Һәйкәлдәргә сәскә һалабыҙ.