

Көнйәләнең ҡаба таҡтаһына ултырып, орсоҡ тотоп, уны әйләндереп ултырыу, ҡыҙҙарға ғына түгел, егеттәргә лә оҡшаны. Йөн иләргә өйрәнеп, уҡ атып, балалар күңелле итеп ял итте.
Ҡул ҡарышмаһа, эш ҡарышмай, тип юҡҡа ғына әйтмәгән ата-бабаларыбыҙ. Өйрәткән кеше булғанда, эштең төрлөһөн өйрәнеп ҡалырға кәрәк.