Мәҙәниәт
30 Апрель 2023, 09:00

Ауыл хәбәрҙәре

Түбәнге Әрмет мәҙәниәт йортонда ауылдашыбыҙ, тарихсы Фәрит Әхәт улы Ҡадировтың «Әрмет» тарихи китабы презентацияһы үтте.

Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Сал тарихлы Әрмет ауылы тарихи ваҡиғаларға һәм күренекле шәхестәргә бай ауыл.

Һуңғы йылдарҙа ауылыбыҙҙың данлы үткәнен барлау, тарихыбыҙҙы торгоҙоу йүнәлешендә иҫкиткес күләмле эштәр башҡарылды. Шул эштәрҙең нәтижәһе булып “Әрмет” китабы донъя күрҙе. Китап ауылдың бик күп иҫтәлектәрен үҙ эсенә алған, бер нисә быуат элек йәшәгән һәм әле ғүмер итеүсе, ауыл йәшәйешен һаҡлаусы хеҙмәт кешеләре, онотолоп барған бик күп шәхестәр тупланмаһы ул. Китаптың күп өлөшөн ауылдаштарыбыҙҙың шәжәрәләре тәшкил итә.

Ауылдашыбыҙ, Үрге Әрмет аүылы егете, ветеран уҡытыусы, тарихсы, Башкортостан Республикаһының мәғәриф алдынғыһы, Рәсәй Федерацияһының һөнәри белем биреү алдынғыһы, Рәсәй Федерацияһының мәғәриф һәм фән буйынса Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнеүсе, Белем биреү, мәҙәниәт, сәнғәт һәм әҙәбиәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн медаль менән бүләкләнеүсе, ете китап, тыуған яҡты өйрәнеү буйынса ун монография, һөнәре буйынса егерме монография авторы Фәрит Әхәт улы Ҡадиров “Әрмет” китабы тураһында ентекләп һөйләне.

Китап тиҙ арала үҙ уҡыусыларын тапты. Рәсәйҙең төрлө тарафтарына, сит илдәргә лә барып етте ул. Ситтә йәшәгән ауылдаштарыбыҙҙың ауыл тарихы, шәжәрәһен өйрәнергә теләүе бик әйбәт күренеш, әлбиттә.

Фәрит Әхәт улының тормыш юлы, китаптың йөкмәткеһе, шәжәрәләр тураһында ветеран уҡытыусы, Рәсәй Федерацияһының мәғәриф алдынғыһы Гөлшат Ғаҙҙали ҡыҙы Әбсәләмова, ауылда йәшәгән элекке халыҡтың аң – белеме, дин үсеше тураһында ветеран уҡытыусы, Башҡортостан Республикаһының мәғәриф алдынғыһы Фәниә Рәхмәтулла ҡыҙы Моратшина һөйләне. Оҙаҡ йылдар Әрмет ауыл хакимиәтендә башлыҡ булып эшләгән, әлеге көндә хаҡлы ялда булған Зәйтүнә Ибәтулла ҡыҙы Исхаҡова, Бөрө ҡалаһынан килгән ҡунаҡ Заһретдин Барый улы Кәримов, Стәрлетамаҡтан килгән Зифа апа Ибраһимова китап тураһында үҙ тъәсораттары менән бүлеште. Ауыл тарихы китабының беренсе авторы Минебай ағай Нәбиуллин тураһындағы истәлектәре менән Әрмет ауылы ветерандар советы рәйесе Йәмилә Нәғим ҡыҙы Ғөбәйҙуллина һөйләне.

Кисәне алып барыусылар һүҙҙәре, үҙешмәкәр артистар моңло йырҙары һәм дәртле бейеүҙәре менән байрамды тағы ла йәнләндерҙе. Тамашасылар һәр кемдең сығышын көслө алҡыштарға күмде.

Кисәлә ҡатнашкандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт әйтәбеҙ. Кисә тамаша залына йыйылған халыҡтың барыһында ла яхшы тъәҫораттар ҡалдырғандыр, тип уйлайбыҙ.

 

Фото: https://vk.com/club137824085

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Үрге Әрмет ауыл мәҙәниәт йорто
Читайте нас