Мәҙәниәт
25 Апрель 2023, 14:00

Ауыл хәбәрҙәре

Башҡорттар төрлө йолаларға, ғөрөф-ғәҙәттәргә бай халыҡ. Һәр йола үҙенсә оло бер тарих - йөкмәткеле, мәғәнәле.

Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Борон яҙ етеп, ҡар һыуҙары аға башлағас ҡыҙҙар ҡар һыуына барғандар. Был йола бөгөнгө көнгәсә лә һаҡланып килә.

Беҙҙә, Яңы Һәйет ауылында, яҙ һуңлап килә. Ышыҡ урында, үҙәктәрҙә ҡар ята әле, йылғалар ҙа ярһыу аға. Бөгөн Ерексә тауында ҡар һыуынан хасил булған шишмәкәйебеҙгә күмәкләшеп ҡар һыуына барҙыҡ. Теш ҡамаштырырлыҡ һыу эстек. Ололар ҡар һыуының шифаһын һөйләп ишеттерҙеләр. Уйын уйнаныҡ. Балаларға бигерәк тә "Аҡ тирәк - күк тирәк", "Йәшерәм яулыҡ" уйындары оҡшаны.

 

Фото: https://vk.com/club144787874

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Яңы Һәйет ауыл мәҙәниәт йорто.
Читайте нас