Мәҙәниәт
24 Апрель 2023, 14:00

Мин ашарымды ашаным...

.

Мин ашарымды ашаным...Мин ашарымды ашаным...
Мин ашарымды ашаным...

Мин ашарымды ашаным,
Йәшәремде йәшәнем,
Һеҙ имен-һау булығыҙ,тип,
Теләр ине әсәйем.
Әсәй йәшенә етергә
Булһа ла әле йыраҡ,
Балаларымды ҡурсалап,
Торам Хоҙайҙан һорап.
Һаҡла балаларҙы,берүк,
Булһын улар имен-һау,
Урап үтһен хәүеф-хәтәр,
Ҡағылмаһын сир-сырхау.
Үтеп оҙон ғүмер юлын,
Белеп тормоштоң тәмен,
Яҙһын уларға күрергә
Донъяның барлыҡ йәмен.
Һөйгәндәрҙән,дуҫ-иштәрҙән,
Эштәренән уңһындар,
Мөхәббәт емешен татып,
Атай,әсәй булһындар.
Йәшәр өсөн балаларға
Терәк,таяныс булып,
Өҙмәй торһон әле яҙмыш
Беҙҙең дә ғүмер юлын.
Оҙатып,ҡаршылап торһон
Ҡыҙ-улдарын тыуған йорт,
Һүнмәһен әле усаҡта
Йән йылыһы бирер ут...

 

Фото: https://unsplash.com/

Автор:Фәйрүзә Ейәнбирҙина
Читайте нас