Мәҙәниәт
15 Апрель 2023, 04:00

Зарланмайым яҙмышыма...

.

Зарланмайым яҙмышыма...Зарланмайым яҙмышыма...
Зарланмайым яҙмышыма...

Зарланмайым яҙмышыма,
Булды төрлө мәлдәрем.
Тик һүнмәне бер ҡасан да
Өмөт тигән шәмдәлем.

Йылтын шәмдәй, һүлпән генә
Янған саҡтары булды.
Ҡай саҡ хатта ялҡынына
Тирә-яҡ нурға сумды.

Өмөт йәшәтә кешене
Көс өҫтәй төңөлгәндә.
Шәм ҡабыҙып утҡа ҡара
Өмөтөң өҙөлгәндә.

Әмәлһеҙ хәл булмай тиҙәр
Ысул табылыр әле.
Таралыр ҙа ҡара болот
Йондоҙ ҡабыныр әле.

Зарланмайым яҙмышыма
Юрайым тик яҡшыға.
Әкрен генә ҡаршы барам
Өмөт тигән яҡтыға..

 

Фото: https://unsplash.com/

Автор:Гөлиә Азаматова-Мукминова
Читайте нас