

Эй туҡтамай ни һөйләгән булам,
Һин йылмайып ҡына тыңлайһың:
Эстән бәлки риза булмаһаң да,
Минең уйҙарымды хуплайһың.
Әллә ҡайҙан башҡа килеп тора
Һөйләшергә тигән һүҙҙәрем:
Ауыр көндән һуң һин арығанһың,
Тик бүлдермәй сабыр түҙәһең.
Иҫләйһеңме, танышҡанда
Телең телгә йоҡмай.
... Ә мин шым инем:
"Өндәшмәһәң дә, тиҙҙән алмашырбыҙ -
Һөйләрһең дә күберәк гел үҙең."
Моғайын да, шул әйткәнең иҫләп,
Ипләп кенә көлөп ебәрҙең.
...Янда шулай тыңлаусыбыҙ булһын -
Осо-ҡыры булмай хәбәрҙең.
Фото: https://unsplash.com/