

Һәр яңы көн кеше өсөн
Хаталар өҫтөндә эш.
Тик төҙәтелгән яңылыштар
Ҡабатланмаҫҡа тейеш.
Бер тапҡыр төшөнмәгәндә
Яҙмыш ҡырҡты иҫкәртер.
Әйләнәлә йүгергәндә,
Ғүмер көнөн бүҫкәртер.
Мәлендә аңлап, хатаһыҙ
Йәшәһәк ине гелән -
Үтмәһен бөтә ғүмерең
Төҙәтеү эше менән.
Фото: https://unsplash.com/