

Үҙҙәре моң - көйгә ғашиҡ кешеләр махсус ҡунаҡтар саҡырған. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, баянсы Радик Ғәлимйәнов менән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Инсаф Ғәлимовтың көй- моңдары тамашасыларҙың алҡыштарына күмелде. Үҙебеҙҙең йырсыларыбыҙ ҙа ҡунаҡтарҙан кәм түгел ине. Зөләйха апайҙың класташтары Әнүәр Үмәрбаев һәм Рәфҡәт Бикберов оҫта баянсыға ҡушылып йырлап, бик тә матур сығыш яһанылар. Ейәнсәр Ишматова Аделинаның шәреҡ бейеүҙәре тамашаның матур биҙәге булды.
Зөләйха апай, Вил еҙнә! Бөтә тамашасылар исеменән оло рәхмәтемде белдерәм. Һеҙ иҫ киткес кешеләр!!! Кем әле икенсе йыл рәттән Мәскәүҙән ҡайтып, ауылдаштарына бушлай концерт, мәсеттә ифтар мәжлесе ойоштороп йөрөй. Һеҙгә тик изге теләктәр, үҙегеҙ ҙә, яҡындарығыҙ ҙа һау- сәләмәт булығыҙ!