Мәҙәниәт
2 Апрель 2023, 12:00

Ҡатындарҙың кеме һәйбәт?..

.

Ҡатындарҙың кеме һәйбәт?..Ҡатындарҙың кеме һәйбәт?..
Ҡатындарҙың кеме һәйбәт?..

Ҡатындарҙың кеме һәйбәт?
Түҙгәнеме?
Булмаҫ ,тыумаҫ, тормаҫ тиеп,
Өҙгәнеме?
Бер йәшендән йәмле йәйҙән
Биҙгәнеме?
Йәшендән һуң йәйғор барын
Һиҙгәнеме?
- Түҙгәне лә, өҙгәне лә -
Бары ҡатын.
Үҙе генә кисерә ул
Ҡарын, утын.
Түҙгәнендә көтә белә
Һөйөү татын,
Өҙгәнендә үтә белә
Юлдың сатын.
...Ҡатындарҙың барыһы ла -
Бары ҡатын.
Йәндәрендә  Асмандарҙың
Ете ҡаты.


Фото: https://unsplash.com/

Автор:Наилә Хәмбәлиева
Читайте нас