

Буйың етмәҫтәйгә үрелмә тип,
Ҡарамағыҙ танау буйынан.
Барыбыҙ ҙа бер һауаны һулап,
Атлайбыҙ бер тормош юлынан.
Аллаһыма һыйынып йәшәйем мин,
Йән биргәнгә бирә йүнен дә.
Бәрәкәт бар тыуыр таңдарымда,
Аҡлыҡ, шатлыҡ – һәр бер көнөмдә.
Кеше һүҙен тыңлар йәшем үткән,
Һөйләмәгеҙ һүҙҙәр әрәм итеп.
Көтөп-көтөп көтөк булырһығыҙ
Күңелемдең ҡыйылғанын көтөп.
Һинән булмай тиеп өндәшмәгеҙ,
Көнсөл һүҙе һис тә кәртә ҡуймаҫ.
Аяҡтарым алға атлап барыр,
Ә ҡулдарым һис бер эштән ҡурҡмаҫ.
Әсе һүҙҙәр миңә ташламағыҙ,
Ҡаҡлыҡтырыр күңелем доғаһы,
Эх, белһәгеҙ икән бәхетлегә
Яҡшы һүҙҙәр генә йоғаһын...
Фото: https://unsplash.com/