

Мосолмандарҙың изге Рамаҙан айы мөбәрәк булһын тип Ҡотлобаев Өлфәт ағай доға уҡып, теләк теләп асып ебәрҙе. Элек-электән мосолман халҡы байрам, мәжлестәрҙе доға менән башлап ебәрер булғандар.
Ишембай ҡалаһы ағинәйҙәре етәксеһе Хаят Сәғит ҡыҙы ла байрам менән ҡотланы.
- Мөнәжәт – ул көйләп уҡыла торған халыҡ шиғыры. Аллаға мөрәжәғәт итеү, – тип аңлатты ул.
Байрамды Ишембай ағинәйҙәре дауам итеп Роза Баимова, Мәрүә Сафиҡанова, Гөлшат Ғөбәйҙуллина, Зөһрә Йосопова күңелдәренә хуш килгән мөнәжәттәр әйтте. Шулай уҡ Иҫке Ишембай ҡасабаһынан килгән “Шатлыҡ” ансамбле үҙҙәренең мөнәжәттәрен әйтеп, изге теләктәрен еткерҙеләр.
Байрамдың икенсе өлөшө сәй табыны менән тамамланды.
Фото: https://vk.com/iznk02