Мәҙәниәт
28 Март 2023, 07:00

Ауыл хәбәрҙәре

Ҡар һыуына барыу йолаһы — башҡорттар араһында киң таралған йола. Яҙын ҡарҙар иреп, гөрләүектәр ағып ятҡан мәлдә үткәрелгән. Ҡыш буйы ялыҡҡан күңелдәрҙе күтәреүҙең бер сараһы ла булып торған. Ерҙәр асыла төшкәс, йәш ҡыҙҙар, бала-сағалар һәм килендәр көйәнтәләр алып, йырлашып ҡар һыуы алып ҡайтҡандар.

Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Был бөтә ауыл менән байрам итеү йолаһы ла. Был осорҙа ирегән һыу төшөп, шишмәләр һәм ҡойолар ҡомарған. Шулай уҡ оло һыу ҙа бысранған. Ул тирәлә сүп - сар ташлау, ярау итеү тыйылған.

Ҡар һыуы таҙа ла, шифалы ла булған.

Беҙ ҙә был йоланы онотмаҫҡа, балалар белеп үҫһен тигән девиз менән ҡар һыуына барҙыҡ. Бала-сағаларға ҡар тапау, һыуҙың шифаһы тураһында әйтеп үтелде.

 

Фото: https://vk.com/public214712129

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл мәҙәниәт йорто
Читайте нас