Мәҙәниәт
27 Марта 2023, 08:00

Күңелемдең шаулы яҙы – йырҙарым

Ижад кешеләренә беҙ һәр ваҡыт һоҡланып ҡарайбыҙ, уларҙың тормошо менән ҡыҙыҡһынабыҙ, еңеүҙәре, яулаған үрҙәре өсөн, яҡын кешебеҙҙәй күреп, ҡыуанабыҙ. Үҙ эшен яратып, бар күңелен һалып, мөкиббән китеп ижад итеүселәр мәрйен бөртөктәре кеүек, тыштан ғына түгел, эстән дә балҡып, тирә-яғына илһам, яҡтылыҡ сәсеп йөрөгән кеүек тойола. Бөгөн һүҙем көслө рухлы, сая башҡорттарҙың береһе, ғаиләм, эшем, республикам тип янып йәшәгән Илдар Зәбир улы ӘБДРӘШИТОВ тураһында.

Күңелемдең шаулы яҙы – йырҙарымКүңелемдең шаулы яҙы – йырҙарым
Күңелемдең шаулы яҙы – йырҙарым

Халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең филармония солисы Илдар Әбдрәшитовтың күңеле, йөрәге,
йырҙары, йәне кеүек үк, тәрән һәм ихлас хистәрҙән үрелгән. Ул башҡарған йырҙар, тыуҙырған поэтик образдар күңелдәребеҙҙә бик көслө тәьҫораттар ҡалдыра,
шуға уның сығыштарынан һуң оҙаҡ ваҡыт илһамланып һәм дәртләнеп, йәиһә уйланып, һағышланып йөрөйбөҙ. Ысын моң кешене шулай битараф, тыныс ҡалдырмай, йөрәгендә төрлө уй-хистәр уяталыр.

Бала саҡ – баллы саҡ

“Ғаиләмдә үҙемде ныҡ яратҡандарын тойоп, мөхәббәткә төрөнөп үҫтем”, ти Илдар Зәбир улы. Ошо тойғо уны ғүмере буйы ҡурсалап, һаҡлап, йылытып йәшәтә. Районыбыҙҙың Ҡолғона ауылында йәшәүсе атаһы менән әсәһе егәрле, булдыҡлы кешеләр, гөрләтеп донъя көтәләр. Теләгәнеңде кейеп, оҡшағанды ашап үҫкәнгәлер, моғайын, Илдар Зәбир улы матди донъя менән бик мауыҡмай, ижади донъяны яҡыныраҡ күрә.

- Атайым менән әсәйем беҙгә иң мөһим, кәрәк нәмәне – ярата, һөйә, хөрмәт итә белеүҙе мираҫ итте. Бәләкәйҙән яҡындарымдың терәген тойоп, алтынға бәрәбәр кәңәштәренә таянып үҫтем. Ғаилә – илһам, дәрт, йылы хистәр сығанағы икәненә инандырыусыларым да тап улар, - ти ул.

Мәктәпкә уҡырға барғас музыка уҡытыусыһы Нәжиә Әҙелгәрәй ҡыҙы Зәйдуллина бер төркөм малай һәм ҡыҙҙар туплап ансамбль төҙөй. Артабан уларҙы төрлө концерттарға йөрөтә, 1-се класс уҡыусыларын сәнғәт донъяһына алып инә. Һуңғараҡ, һәләтле Илдарҙы айырым конкурстарға әҙерләй башлайҙар: концерттарҙа, район конкурстарында ҡатнаша. Бәләкәй әртискә сәхнә уйын һымаҡ тойола, тулҡынланыу, ҡурҡыу кеүек хистойғолар ҙа кисермәй, йырҙарҙың мәғәнәһен аңламаһа ла, ихлас ҡушылып, дәртләнеп йырлай. Ҙур тамашасы алдындағы сығышы ла бөгөнгөләй хәтерендә, класташтары менән матур, сағыу ауыл һабантуйында ҡатнаша улар.

- Бик күп конкурстарҙа ҡатнаштым, призлы урындар яуланым, йырлап оҫтарҙым, төрлө ҡала һәм райондарҙа үҙемде таный ҙа башланылар. Шөкөр, бәләкәйҙән ошо
үҙенсәлекле донъяға ылыҡтым, минең талантымды күрә алған уҡытыусыма рәхмәт. Йылдар үткән һайын моңға ҡарата һөйөүем һүрелмәй, киреһенсә, артҡандан-арта, көсәйгәндән-көсәйә бара, - тип хәтерләй Илдар Зәбир улы. 

Шаулы йәшлек

Мәктәпте тамамлағас егет Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә уҡырға инә. Күңелле һәм мауыҡтырғыс студент тормошонда ҡайнай башлай. Һөнәри оҫталығын үҫтерә, күңелен, тәжрибәһен байыта, ижад даръяһына сума.

- Тормош мине мәртәбәле, эше өсөн янып йәшәгән кешеләр менән йыш осраштыра. Ҡайҙа ғына барһам да юлымды дөрөҫ юҫыҡҡа борорға ярҙам итеүселәр, йәшлегем менән күрмәгән, йәиһә аңламаған хаталарымды төҙәтеүҙә йүнәлеш биреүселәр осрай, уларға рәхмәт. Училищелағы уҡытыусым да тап шундай шәхестәрҙең береһе,
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Тәнзилә Хәмит ҡыҙы Үҙәнбаева. Бар ғүмерен сәхнәгә, ижадҡа бағышлаған уҡытыусыбыҙ беҙгә лә ижадҡа ғашиҡ булып, уны бар йөрәгебеҙ менән һөйөп йәшәргә өйрәтте. Йыр һәм моңдан айырыла алмаҫлығымды тап ул иҫбатланы, - ти Илдар Әбдрәшитов.

Өфө сәнғәт училищеһын тамамлар саҡта Илдар Зәбир улы Стәрлетамаҡ филармонияһына килә, бында тыңлап ҡарайҙар һәм уҡып бөткәс, мотлаҡ эшкә килеүен һорайҙар. Тик уҡыуын тамамлағас та егет әрме сафына юллана, шулай ҙа, хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, филармонияға килә. Әрме юлдары сәнғәткә, музыкаға ҡарашын үҙгәртмәй, киреһенсә, ижадҡа һыуһатып ҡайтара уны.

- Тормош юлдарым икенсе йүнәлешкә боролһа ла, кире Стәрлетамаҡ филармонияһына килеп ылыҡтым. Бында ла миңә фәрештәләр үҙҙәре юл ярып торғандыр
тип уйлайым, сөнки йыр-моңға, таланттарға бай коллективта эшләүемә быйыл 10 йыл да булып китте. Филармониялағы тынғыһыҙ, дәрткә, үҫешкә һуғарылған ижад юлым көндән-көн үҫә, тамырҙарын йәйә, татлы емештәрен дә бирә - тип шатлығы менән дә уртаҡлашты йырсы.

Ғаилә – көс туплаусы йомғаҡ

Иңенә төшкән ауыр мәсьәләләрҙе сисеп, көсөргәнешле эш көнөнән һуң кешенең ҡайтып һыйынырлыҡ утрауы, тынысланып ял итер урыны булырға тейеш. Илдар Зәбир улы өсөн ғаиләһе иң йылы усаҡ бүләк итеүсе
яҡты утрау булып тора.

- Ғаиләләге мөхәббәт, татыулыҡ, хөрмәт кеүек хистәр ни тиклем көслө, усаҡтың йылылығы ла шул тиклем сағыуыраҡ була, бындай усаҡ янына барыһы ла тартыла. Ошондай күркәм, матур ғаиләле кеше үҙен ышаныслы тота, балалар ҙа ата-әсәһе янында бәхетле үҫә, - ти ул. 

Илдар Әбдрәшитов яратҡан ҡатыны Эльвира менән тыуған ауылы Ҡолғонала, йәмле йәй көндәренең береһендә, һыу буйында таныша.

- Тәбиғәт ҡосағында, ҡояш нурҙарына ҡойоноп, матурлыҡ һәм сафлыҡ бөркөп торған, бер ҡараштан әсир итерлек һылыуҡайҙы күргәс, ғашиҡ булдым. Ижад кешеһенә тағы ни кәрәк?! Кире юл юҡ ине, мөхәббәт хистәре үҙенә йомдо, - тип шаярта ул.

Дуҫлашып йөрөгәндән һуң ғаилә ҡора Эльвира һәм Илдар Әбдрәшитовтар. Дамир һәм Нәилә исемле ике йондоҙҙай балалар үҫтерәләр. Ғаиләһендә Илдар Әбдрәшитов ҡатыны өсөн ышаныслы терәк, ныҡлы таяныс, балаларына яратҡан, һағынып көтөп алған атай. Ғаиләһе Илдар Зәбир улы өсөн көс туплаусы, илһам ҡанаттарын үҫтереүсе изге йомғаҡ. 

Йырҙарым – тере шишмә

Репертуары өҫтөндә ҡанатланып эшләгән Илдар Әбдрәшитовтың йырҙары музыкаль әҙәби лекторийҙың да, “Ашҡаҙар” башҡорт эстрада-фольклор төркөмөнөң дә, халыҡ инструменттары оркестрының да, бейеү театрының да концерт программаларын байытып, тулыландырып килә. Илдар Зәбир улы халыҡ йырҙарын, урыҫ, сит ил классикаһын, башҡорт һәм урыҫ композиторҙарының йырҙарын һәм романстарын, арияларын башҡара.

- Төрлө йүнәлештәге йырҙар оҡшай, иң яратҡанын айырып ҡына әйтә лә алмайым. Шулай ҙа, итальян, совет осоро йырҙары, романстар, башҡорт композиторҙарының
әҫәрҙәре бигерәк тә күңелемә ятышлы, тиһәм дөрөҫ булыр. Беҙҙең музыкаль әҙәби лекторийҙың репертуары иҫ киткес бай, айына бик күп төр әҫәрҙәр башҡарырға тура килә. Оҡшап етмәгән, ятлап, иҫтә ҡалдыра алмай йонсоған йырҙар ҙа осрай. Уларға өйрәнеп киткәнсе бер
аҙ ваҡыт һәм түҙемлек кәрәк, сөнки һәр бер йыр күңел аша үтеп сығырға тейеш, - ти ул.

Йөрәктән – йөрәккә...

Сәнғәтһеҙ тормошон күҙ алдына килтермәгән Илдар Әбдрәшитов йырҙарын йөрәге, бар булмышы менән башҡара, шуғалыр ҙа һәр кем уны үҙенеке итеп, яҡын ҡабул итә.

- Халыҡ һөйөүен яуларлыҡ йырҙар йөрәктән сығырға тейеш. Йырҙың мәғәнәһен, асылын белеп, ысын күңелдән башҡарһаң – шул ваҡытта ул тамашасының да күңел донъяһына барып инә. Ниндәйҙер ҡатмарлы ариямы, йәиһә ябай, еңел генә, бер-ике куплетлыҡ йыр булһынмы – ысын күңелдән башҡарһаң, минең уйлауымса, шул ваҡытта халыҡҡа оҡшаясаҡ, - ти Илдар Зәбир улы. 

Тәбиғи һәләте, ҡабатланмаҫ сығыштары, юғары башҡарыу оҫталығы – былар барыһы ла йырсының юғары профессиональ сифаттары тураһында. Йылы, тәрән хистәргә тулы сығыштары, башҡорт ир-егеттәренә генә хас батыр, бөтмөр холҡо менән, “халҡым” һәм “халҡым өсөн” тип янып йәшәгән Илдар Әбдрәшитов тамашасыларының күңелен яулап, дәртләнеп, илһам киңлеген ҡосоп ижад итә.

Йырҙа йәшәү сере – ул беҙҙе дәрт-дарманға сорнай, күңел тамырын киңәйтә, шатлыҡ-ҡайғыларыбыҙҙы уртаҡлаша. Тормош юлыбыҙ йыр һәм моң менән бергә үрелеп, ижади ҡанаттарыбыҙҙы үҫтерә, булмышыбыҙҙы рухи аҙыҡ менән тулыландыра.

Республика һәм халыҡ-ара йыр конкурстары лауреаты Илдар Әбдрәшитов үҙенсәлекле һәм көслө тауышы, хазинаға тиң һәләте менән Башҡортостан тамашасыһының һөйөүен яуланы. Уның күңеле, йырҙары кеүек, тәрән һәм бай, киң һәм матур.

Йырсыбыҙ киләсәктә халҡыбыҙҙың бөгөнгө шәхестәрен, улар эшмәкәрлеген сағылдырыусы ижади программалар әҙерләргә, үҙенең юбилей кисәләрен, соло концерттарын үткәрергә ниәтләй. Бынан тыш та бик күп идеялар һәм хыялдар менән янып йәшәй. Был уй-ниәттәрҙең тормошҡа ашасағына шик юҡ!

Стәрлетамаҡ филармонияһының шундай профессиональ, үҙенсәлекле тауышлы йырсылары булыуы менән һоҡланмау мөмкин түгел. Алтын-көмөштәрҙән ҡиммәтерәк таланты менән халҡыбыҙ рухын, күңелен күтәреп, тағы ла оҙаҡ йылдар ижад итеүен, яңынан-яңы йырҙары менән ҡыуандырыуын теләп ҡалабыҙ!

 

Фотолар Илдар Әбдрәшитовтың шәхси архивынан.

Күңелемдең шаулы яҙы – йырҙарым
Күңелемдең шаулы яҙы – йырҙарым
Автор:Аҡйондоҙ ҠАРАНАЕВА.
Читайте нас