Мәҙәниәт
25 Март 2023, 12:00

Күп һөйләйҙәр тормош тураһында...

.

Күп һөйләйҙәр тормош тураһында...Күп һөйләйҙәр тормош тураһында...
Күп һөйләйҙәр тормош тураһында...

Күп һөйләйҙәр тормош тураһында.
Әйтәһеләре әле алдалыр...
Тормош - йомаҡ. Уны сисәм тигән
Мең ҡат янып, мең ҡат алданыр.

Теләй икән - һауаларға сөйә,
Йә ҡайғынан күмә тереләй.
Бәхет өләшкәндә, киҫәктәрҙе
Үлсәп - нитеп тормай телгеләй.

Мәғәнәһеҙ, тимә ғүмерҙәрҙе,
Яҙмыштарҙың яҙһа ҡатыhы.
Мәғәнәһеҙ заман диуарында
Мәғәнәле йөҙөң балҡыһын!

 

Фото: https://unsplash.com/

Автор:Әнүзә Ғиззәтуллина
Читайте нас