Мәҙәниәт
24 Марта 2023, 12:00

Тағы бер көн, тағы бер төн үтте...

.

Тағы бер көн, тағы бер төн үтте...Тағы бер көн, тағы бер төн үтте...
Тағы бер көн, тағы бер төн үтте...

Тағы бер көн, тағы бер төн үтте
Ғүмер аға шулай һиҙелмәй.
Йылдар үтә, үтә тыуған көндәр.
Эш көндәре үтә беленмәй.

Пенсияһы килеп етә шунан
Көтөп етә алмаҫ булһаҡ та.
Һәм үҙенсә тормош китә башлай
Күпме алдан план ҡорһаҡ та.

Ваҡытт та күп кеүек, үҙе етмәй
Һин теләгән кеүек йәшәргә.
Йә аҡсаһы етмәй, йә башҡаһы,
Йә һаулығы етмәй күптәргә.

Йә йәшәртә ейәндәре менән,
Йә артығы менән шаштыра
Йә осрата уйламаған дуҫтар,
Уйламаған шөғөл таптыра.

Сәхнәләргә менеп баҫтыра ул
Оло оло инәй, апайҙы.
Йырлап, бейеп китә улары ла
Әйтмәһендәр тийеп-"ҡартайҙы"

Яйлап яйлап дингә ҡайта улар
Намаҙҙарға баҫа ололар.
Иман менән имен ҡартайһындар
Беҙ үрнәк бит һеҙгә балалар.
Беҙҙең арттан улар баралар.

 

Фото: https://unsplash.com/

Автор:Г. Зәкирова.
Читайте нас