Түп-түңәрәк тәгәрмәстәй
Елдерә генә ғүмер.
Донъя тейеп мин дә сабам:
Ул-етеҙ, мин дә өлгөр.
Һә!- тигәнсе үтеп китте
Балалыҡ, үҫмер саҡтар.
Йәшлегем дә артта ҡалды,
Сал сәстәр арта бара.
Ғүмер елә, тик мин генә
Бер аҙ арыным кеүек.
Өлгөрҙөммө был донъяның
Матурлыҡтарын күреп?