Мәҙәниәт
12 Март 2023, 11:00

Яндарыңдан, әсәй, китмәҫ инем...

.

Яндарыңдан, әсәй, китмәҫ инем...Яндарыңдан, әсәй, китмәҫ инем...
Яндарыңдан, әсәй, китмәҫ инем...

Яндарыңдан, әсәй, китмәҫ инем,
Ҡалыр инем шулай мәңгегә.
Ауыр һүҙҙәр әйтһәм уйламайса,
Һин ғәфү ит, зинһар, рәнйемә!
Тиҙгә генә ҡайтып китәбеҙ ҙә,
Күп һүҙҙәрем ҡала әйтелмәй.
Ваҡыт етмәй, донъя мәшәҡәте-
Ғүмер үтә бик тиҙ, һиҙелмәй.
Иң тәмлеһен миңә ҡаптырғанда-
Шулай тейеш, тиеп уйланым.
Әле һаман һинең наҙың кәрәк,
Йылы ҡарашыңдан туйманым.
Беҙ- балалар, әсәй, шундай инде-
Ҡайтабыҙ ҙа бик тиҙ китәбеҙ.
Шылтыратырға ваҡыт табалмайбыҙ-
Күберәкте һинән көтәбеҙ!
Асыуланма, зинһар, әсәкәйем,
Һин ғәфү ит иркә балаңды!!!
Ҡайтаралһам ине һау сағыңда-
Әҙ булһа ла үҙем алғанды!

 

Фото: https://unsplash.com/

Автор:Фәйрүзә Саяпова
Читайте нас