Мәҙәниәт
10 Март 2023, 07:00

Сәскәләр ҙә булды, йылы һүҙҙәр ҙә яңғыраны

8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан ҡала мәҙәниәт һарайында байрам концерты уҙҙы. Сарала төрлө өлкәлә уңышҡа өлгәшкән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны, наградалар тапшырылды.

Сәскәләр ҙә булды, йылы һүҙҙәр ҙә яңғыраныСәскәләр ҙә булды, йылы һүҙҙәр ҙә яңғыраны
Сәскәләр ҙә булды, йылы һүҙҙәр ҙә яңғыраны

Байрам мәҙәниәт һарайы фойеһына ингән саҡта уҡ башланды. Матур фотозоналарҙы ҡарап күҙҙәр ҡыуанды, ә Виктория Кедровскаяның скрипка моңо күңелгә дәрт өҫтәне. Ошонда уҡ “Китап” нәшриәтенең китаптарын һатып алыу мөмкинлеге лә булдырылғайны, ҡайһы бер китаптарҙың авторҙары ла сарала ҡатнашты. Китап һөйөүселәр уларҙан автографтар алды, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе.

Концерт артистарыбыҙҙың дәртле бейеүҙәре һәм музыкаль ҡотлауҙар менән башланып китте. Муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы 8 март менән ҡотланы. Ул үҙ сығышында Ишембай ҡалаһы һәм районы ҡатынҡыҙҙарының иҡтисадтың төрлө өлкәләрендә уңышҡа өлгәшеүен, шул уҡ ваҡытта улар һәр ваҡыт мөләйем, изге күңелле йорт усағын һаҡлаусылар икәнлеген билдәләне. Азат Альберт улы мобилизацияланған граждандарға һәм ирекмәндәргә ярҙам итеүҙә тос өлөш индергәндәре өсөн ҡала һәм районда йәшәүсе Әминә Баһмановаға, Фатима Ғилваншинаға, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаға, Надежде Пластовецҡа, Зөбәржәт Юнысоваға муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Ветерандар ҙа ситтә ҡалманы. Ветерандар хәрәкәте үҫешенә һәм йәштәргә патриотик тәрбиә биреүгә өлөш индергәндәре өсөн беренсел ветерандар ойошмалары рәйестәре Рита Абдрахманова, Мәҙинә Алтынбаева, Рәйсә Вафина, Йәмилә Ғөбәйҙуллина, Тамара Попова, реклама агентлығы етәксеһе Альбина Дауытова рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

Уҡытыусы һәм остаз йылы айҡанлы уҡытыусылар Тамара Ғүмәрова, Елена Малышева, Земфира Хәйруллина муниципаль район хакимәтенең маҡтау грамотлары, Айгөл
Иҫәнғолова, Резеда Исхаҡова, Марина Мухина, Динара Хәлитова Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. 

- Уҡытыусы булыу бәләкәй саҡтағы хыялым ине һәм ул тормошҡа ашты. Мин Ишембайҙа уҡыманым, уҡытыусым Лидия Ивановна миңә һәр ваҡыт өлгө булып торҙо. Мәктәптә 20 йылдан артыҡ эшләйем. Башланғыс кластар уҡытыусыһы булыу бигерәк оҡшай. Улар шул тиклем теремек, ҡыҙыҡһыныусан, уҡытыусы һөнәрен һайлап яңғылышмағанмын, - ти Марина Мухина. – Балаларҙы уҡытыуға өлөш индергәнем өсөн бөгөн миңә муниципаль район башлығының Рәхмәт хатын тапшырҙылар. Беҙҙең балаларыбыҙ төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа еңеү яулай, быйыл уҡыусыларымдың ҡайһы берҙәре Гагарин олимпиадаһының республика этабына сыҡты. Балаларҙы үҫтереүгә, уҡытыуға, тәрбиәләүгә бар көсөбөҙҙө һалабыҙ, ә улар беҙҙе үҙҙәренең уңыштары менән һөйөндөрә.

Күп балалы әсә, Ишәй ауыл Советы депутаты, Башҡортостан Респубикаһының мәғариф отличнигы Миннира Сәғҙәт ҡыҙы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” миҙалы менән наградланды. Мобилизацияланған граждандарға һәм ирекмәндәргә ярҙам итеүгә тос өлөш индергәндәре өсөн Ольга Буланкина, Валентина
Гаврилова, Гөлгирә Мөхәмәтйәнова, Ирина Пахомова, Лариса Саблина, Ирина Шилина, Лира Ханнанова, Әлфиә Йәноҙаҡова муниципаль райондың һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары советының рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Муниципаль район хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары – финанс идаралығы начальнигы Әлфиә Зыковаға һәм мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Тимербулатоваға мобилизацияланған граждандарға һәм ирекмәндәргә ярҙам итеүгә тос өлөш индергәндәре өсөн эшҡыуарҙар союзынан рәхмәт хаттары тапшырылды.

Был көндө ҡала мәҙәниәт һарайы залында буш урындар булманы. Сарала гүзәл заттарыбыҙҙың һәр береһе хөрмәт йөҙөнән Азат Ишемғоловтан сәскә алды. Ҡыҙыл һәм аҡ розаларҙы кадеттар залда ултырған мөләйем ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға бүләк итте. Байрам концерты сараны алып барыусылар Алексей Симаков, Фәнис Кәримов, Рафиҡ Хәсәнов һәм йырсы Рәфис Ишбаев башҡарыуында матур йыр менән тамамланды.


Автор фотолары.

Автор:Ирина Вахонина
Читайте нас