

Концертта ауылыбыҙҙың үҙешмәкәр түңәрәгенә йөрөүселәр, мәктәп уҡыусылары сығыш яһаны. Байрам төрлө дәртле бейеүҙәр, моңло йырҙар менән үрелеп барҙы.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙы байрам менән ауыл депутаты Ирек Мирасов, ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Фәнирә Кинйәбаева, ветерандар советы рәйесе Райхана Йәһүҙинә ҡотлап үтте. Концерт һуңында күмәкләшеп тәмле сәй эсеп таралышты байрамға килеүселәр.