Мәҙәниәт
9 Март 2023, 04:00

Ауыл хәбәрҙәре

Маҡар ауыл мәҙәниәт йортонда Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә бағышланған "Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!" бәйгеһе уҙҙы.

Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Бәйгелә дүрт команда ҡатнашты. Көсөргәнешле ярыш ваҡытында командалар төрлө яҡлап үҙ оҫталыҡтарын асып бирҙе. Йоланы тотоп, командалар сығыштарын девиз, йырҙан торған үҙенсәлекле сәләмләүҙән башланы. Конкурстар береһенән-береһе ҡыҙыҡлы ине. Командалар ярышҡа әҙерләнгән арала Рәфис Ильясов, Рамазан Мәһәҙиев, Гөлиә Көмөшбаева башҡарған йырҙарҙы тамашасы көслө алҡыштарға күмде, ә Биктимер Мәҡсүтов һәм Рәфис Ильясовтың баян, гармунда уйнаған ретро көйҙәренә ҡатнашыусылар ҙа, тамашасылар ҙа рәхәтләнеп ҡушылып йырланы.

 

Фото: https://vk.com/id722261180

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Маҡар моделле ауыл китапханаһы.
Читайте нас