Мәҙәниәт
8 Марта 2023, 08:00

Иң һөйөклө, яғымлы йән - әсәй!

.

Иң һөйөклө, яғымлы йән - әсәй!Иң һөйөклө, яғымлы йән - әсәй!
Иң һөйөклө, яғымлы йән - әсәй!

Етемлектең эсеп һурпаһын, 

Шәйек һыуын һулап үҫкәнһең.

Көндө төнгә ялғап колхозда

Бесән сабып, кәбән һалып

Ҡайнағанһың хеҙмәт ҡаҙанында.

3 балаға ғүмер бүләк итеп,

Иман, аҡыл, тәүфиҡ биреп

Өндәгәнһең ғилем алырға.

Күлдәк тектең миңә һәм үҙеңә

Килештереп икебеҙгә лә.

Күлдәгемде кейеп бөтөрөләм

Түрҙә торған көҙгө алдында.

"Күлдәгең серер, үҙең ныҡ бул!" -

Теләк теләр инең йылмайып.

Сигеп ҡуя инең таҫтамалдар,

Ҡорамалап сағыу түшәктәр!

Нисә йылдар үтте һинһеҙ, әсәй?!

Мин өләсәй хәҙер үҙем дә.

Әсәй - бөйөк исем! Донъя тыуҙырыусы,

Бәхет өләшеүсе, уңған, түҙем дә.

 

 

Фото: https://unsplash.com/

Автор:Гөлфирә УСМАНОВА.
Читайте нас