

- Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте Яҙыусылар союзы менән берлектә «Тормош буйлап китап менән» проектын ойошторҙо. Был сараны беҙ Ишембай районынан башларға булдыҡ, - тип ихласты уртаҡлашты Эльмира Иршат ҡыҙы. – Проект сиктәрендә китап һөйөүселәргә авторҙар менән яҡындан танышыу мөмкинлеге бар. Нәшриәт художестволы әҫәрҙәрҙән, фәнни-популяр һәм балалар өсөн торған китаптарҙан күргәҙмә ойоштора. Яҙыусылар менән бындай осрашыуҙарҙы беҙ башҡа райондарҙа ла йәйелдерергә ниәтләйбеҙ.
Автор фотолары һәм видеоһы