

Ҡурҡыр күлдәктәрем туҙған,
Ҡурҡыр тип уйламағыҙ,
Мин икенсе ҡамырҙан ул —
Йөҙ тапҡыр һынамағыҙ.
Маташмағыҙ әүәләргә
Әүәләнмәҫ әҙәмде:
Тик хаҡ һүҙҙе һөйләгәнде,
Һөймәгәнде хәрәмде.
Ҡурҡытығыҙ ҡурҡаҡтарҙы,
Өркөтөгөҙ өркәкте,
Ҡурҡыр саҡта ҡурҡмаҫҡа ла
Донъя мине өйрәтте.
Тик бер ҡатлы әҙәмдәрҙе
Уҡытҡансы алдағыҙ,
Шыр ялғанға ҡоролған бит
Һеҙҙең барлыҡ донъяғыҙ.
Юхаларҙы ҡеүәтләгеҙ,
Ялағайҙы маҡтағыҙ,
Үҙегеҙҙәй ялғансыны,
Ике йөҙҙө яҡлағыҙ.
Минең менән булышмағыҙ!
Мин икенсе ҡамырҙан.
Башҡа ҡибла, башҡа тараф
һәм икенсе тамырҙан.
Хәлегеҙҙән килһә әгәр
Үҙгәртегеҙ донъяны,
Әүәләнмәҫ, ҡамыр кеүек,
Күп әҙәмдең заң, аңы.
...Маташмағыҙ ҡурҡытырға —
Ҡурҡыр күлдәгем туҙған.
Һеҙҙең менән яғалашып
Күпме ғүмерем уҙған.
Фото: https://unsplash.com/