

Меҫкен булһаң - яраталар,
меҫкендәрҙе йәлләйҙәр...
Өҫтөн булһаң - күрә алмайҙар,
өҫтөндәрҙе "сәйнәйҙәр".
Күрмәмеш - белмәмеш булып
һинең яҡшы яғыңды,
көтөп йөрөйҙәр яңылыш
тайып йығылғаныңды.
Күңелдәрҙе үҫтерерлек
бер йылы һүҙ әйтмәҫтәр.
Сүбеңдән сүмәлә яһап
мөйөш һайын һөйләрҙәр.
Һөйләгәндәр һөйләһендәр -
ауыҙҙары ихтыяр.
Бындай ғына ваҡлыҡтарға
итмәйем дә иғтибар.
Уҡам ҡойолоп ҡуйыр тип
ҡурҡыр саҡтарым үткән.
Был донъяла күпте күргән
күк бүре бит мин күптән.
Фото: https://unsplash.com/