Мәҙәниәт
1 Март 2023, 10:00

Урау - урау юлдар үтеп...

.

Урау - урау юлдар үтеп...Урау - урау юлдар үтеп...
Урау - урау юлдар үтеп...

Урау - урау юлдар үтеп,
алыҫ ерҙе яҡын итеп
ҡайтып киләм тыуған яғыма.
Көтөр кешем булмаһа ла
йөрәк әрнеп һыҙлағанда
тартыла бит күңел ауылға.

Бында минең тыуған нигеҙ
ҡаршы ала һәр саҡ һүҙһеҙ,
кисер мине,оҙаҡ көттөрһәм.
Ер йөҙөндә атам ҡорған
ожмах үҙе ошо булған
шуны бигерәк һуңлап төшөндөм.

Бына бит ул атай йорто
бар донъяның йәме,ҡото,
ҡайттым бына,бөткәс түҙемлек.
Яҙмышҡайым ситтә булғас
ҡайтырға юл төшмәй торғас
һағындым шул бигерәк өҙөлөп.

Өй артындағы ҡарт тирәк
ниҙер һөйләй иҫкән елгә,
сере күптер ,миндә эше юҡ.
Бына бит ул ғәзиз тупһа
ишегендә шул уҡ тотҡа
ҡаршы алыр ғына кешем юҡ.

Ҡаршы алыр ғына кешем юҡ


Фото: https://vk.com/makarovorb

Автор:Гөлсирә Фәйзуллина (Сәғәҙиева).
Читайте нас