Мәҙәниәт
28 Февраль 2023, 16:56

Нимә булды һиңә, Февраль...

.

Нимә булды һиңә, Февраль...Нимә булды һиңә, Февраль...
Нимә булды һиңә, Февраль...

"Нимә булды һиңә, Февраль,
Ниңә улай илайһың?
Үҙ бурысың үтәлде,
Ипләп китеп булмаймы?"
Бына шулай шым ғына,
Март Февралгә өндәшә.
Февраль әйтә: "Көнөм бөттө,
Шуға һинән көнләшәм.
Былай ҙа бит ҡыҫҡа көнөм,
Бик тиҙ үтә лә китә,
Был донъяла хужа булып,
Йәшәүҙәргә ни етә?!
Бар донъяны йоҡлатып,
Хакимлыҡ итер инем.
Ап-аҡ бураным менән,
Ҡотопҡа етер инем.
Бит семетер һыуыҡтарын,
Ул яҡтан алыр инем.
Мөмкин булһа был ерҙә,
Мәңгегә ҡалыр инем".
"Улай ҡомһоҙ булмасы,
Башҡаларҙы уйласы.
Ғүмер буйы ҡабатланған,
Тәртипте, һин боҙмасы".
Һүҙен дауам итте Март,
Ҡысҡырып түгел яйлап.
"Беҙҙе шулай Йыл бабай,
Үҙе ҡуйған бит һайлап.
Күҙ алдыңа килтерсе,
Һин китмәһәң был ерҙән.
Бер ҙә өлөш керетмәһәк,
Ни файҙа булыр беҙҙән?
Үлән үҫмәҫ, ағастар ҙа,
Өшөп-туңып бөтөрҙәр.
Ҡоштар ҙа бит был яҡтарҙан,
Ситкә күсеп китерҙәр.
Ни мәғәнә йәшәүҙән һуң,
Бер үҙең тороп ҡалһаң.
Боҙ һалҡынлығы алыр,
Шул булыр һиңә баһа.
Ишетелмәҫ балаларҙың,
Сыр-сыу килгән тауышы.
Юлаҡ-юлаҡ эҙ ҡалдырмай,
Шымып ҡалыр тау башы."
Бик ныҡ уйға ҡалды Февраль
Тамыҙып күҙ йәштәрен.
"Ысынлап та яңғыҙ ҡалһам,
Бер үҙем һуң нишләрмен?
Ярай, булһын элеккесә,
Миҙгелдәр килеп торһон.
Дуҫ йәшәйек бергә-бергә,
Донъялар имен булһын.
Тик шулай ҙа бар шартым
Бер аҙ буран ҡалдырам.
Иртән-кисен семетергә,
Һалҡынын биреп торам".
"Борсолма һин, Февраль дуҫ,
Үтәлер һинең был шарт.
Һеҙҙең янға киләм, дуҫтар,
Ҡаршылағыҙ, был мин - Март!"

 

Фото: https://unsplash.com/

Автор:Гөлиә КӨМӨШБАЕВА
Читайте нас