Мәҙәниәт
26 Февраля 2023, 05:00

ЯҢҒЫҘЛЫҠ ТӨРЛӨ БУЛА

.

ЯҢҒЫҘЛЫҠ ТӨРЛӨ БУЛАЯҢҒЫҘЛЫҠ ТӨРЛӨ БУЛА
ЯҢҒЫҘЛЫҠ ТӨРЛӨ БУЛА

Әлдә парлы яңғыҙ булмағанмын
Әрнеп hыҙлаhа ла йөрәгем...
Парлы йәрҙәр икәү hөйрәгәндә,
Яңғыҙ тарттым донъя кәрәген.
Туғыҙ айҙы яңғыҙ күтәрhәм дә,
Бала тыуғас бергә иланыҡ.
Мин дә бер аҙ йәшәп алдым әле
Парлыларҙай эре ҡыланып...
Йөрәгемә һине ҡушып алып
Уйҙырмалар уйлап тапҡанмын.
Тоғролоҡҡа мәдхиәләр ҡойоп,
Бәхетемә ишек япҡанмын.
Баш эймәйем, махтар бирмәйем, тип,
Әллә күпме яңғыҙ йәшәлгән.
Парлы яңғыҙ булмағанға күрә,
Һинле hиллек алға түшәлгән.
Төнөм көнгә күптән ялғанhа ла
Ялған парлы була алманым.
Иренемдә татлы тәме ҡалған
Бүлеп ҡапҡан теге алманың ...
Беҙ ғәйепле түгел, доньялары
Ямғырлы ла, ҡарлы булғанға...
Гонаhлыраҡ һинме , минме икән,
Яңғыҙ килеш парлы булғанға?
Һөйләмә лә, күҙҙәреңдән күрәм
Һинең минhеҙ "парлы" хәлдәрҙе.
Йөрәк кенә белә беҙҙең серзе,
Тәүлек туҡтап ҡалған мәлдәрҙе.
Шәрә яңғыҙлыҡҡа төрөндөм мин,
Төн уртаhы йәнем тулғаҡлай...
Офоҡтарҙан атлап килгән йәрҙе
Күҙәтәлер күктән тулған ай.
Ай ҙа яңғыҙ , мин дә яңғыҙ, тиеп
Йәшәүҙәрҙән булмай ваз кисеп...
Мин быйыл да ҡышты үткәрҙем ул,
Тоя әле йәнем яҙ хисен.

 

Фото: https://unsplash.com/

Автор:Римма Ғәлимова
Читайте нас