Мәҙәниәт
26 Февраль 2023, 18:37

Февраль бураны

.

Февраль бураныФевраль бураны
Февраль бураны

Тоташтырып ерҙе, күкте бергә,
Уйнай тышта февраль бураны.
Ҡыуа өйөрөлтөп аҡ ҡарҙарҙы
Туҙына ел, бар һин, күр уны!

Бик тырышып өйә бейек тауҙар,
Яҙҙы шулай еңер итәме?
Әллә инде, ҡыштан бүләк, тиеп,
Аҡ тирмәләр һалып китәме?

Әйҙә, шашһын февраль бурандары!
Һалҡын ҡыштар алда янамай.
Күңелдәрҙә инде сәскәле яҙ,
Ҡыштың ярһыуына ҡарамай!


Фото: https://unsplash.com/

Автор:Нәсимә Әминова 
Читайте нас