

Тәбиғәттең һәр көнө лә матур,
Ә,бөгөнө матур бигерәк,
Тып-тын,хатта ел дә иҫмәй,
Был бит ,Аллаһ биргән бер бүләк.
Аллаһыбыҙ бүләк иткән ерҙе,
Кешелекте шунда бар иткән,
Эсәр һыуын биргән,һулар һауа,
Йылынырға йылы нур һирпкән.
Ризығын да биргән,йәлләмәгән,
Сәскә-гөлдәр ергә түшәгән,
Урман-тауҙар,йылға-күлдәр биреп,
Йәшәйешкә бер йәм өҫтәгән.
Рәхмәтлебеҙ бөгөн Рабыбыҙға,
Рәхмәтлебеҙ,беҙҙе яралтҡан,
Һәр халыҡҡа атап ерҙәр биреп,
Төрлө-төрлө ергә таратҡан.
Йәшәр өсөн беҙгә көс-дәрт биргән,
Уйлар өсөн аҡыл, аң биргән,
Барса уңайлыҡтар хасил итеп,
Барса хәстәрлекте ул күргән.
Ғәфү итсе, Аллаһым Кешелекте,
Белеп,белмәй ғонах ҡылабыҙ,
Яҡшылыҡта һине онотабыҙ,
Ҡыйынлыҡта доға ҡылабыҙ.
Бирсе, Раббым, бирсе ҡолдарыңа,
Тәрән аҡыл, изге, аңлы уй,
Дөрөҫ юлдар күрһәт,йүнәлеш бир,
Төҙәлергә түгел бер саҡ һуң.
Һынау артынан һынау тыуып тора,
Утың биргәс, һыуың йәлләмә,
Изге өмөттәргә ҡанаттар ҡуй,
Сабырлыҡтан төр һин гөлләмә.
Тыныс түгел бөгөн Ер шарында,
Имен генә булһын донъялар,
Миһырбанлыҡ бирсе кешеләргә,
Эй, Раббым, бирсе, бир ярҙам!
Фото: https://unsplash.com/