

Концертта "Тулған ай" вокал ансамбле, "Дәртле ҡыҙҙар" бейеү ансамбле, "Аҡ тирмә" фольклор ансамбле ағзалары һәм башҡалар ҡатнашты.
Әлеге мәлдә барыбыҙҙың да теләгәне бер - илебеҙҙә, донъяла хәл –ваҡиғалар яҡшырһын, тыныслыҡ урынлашһын. Көткәндәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар. Ир-егеттәребеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ, күңел тыныслығы, шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына юлдаш булһын!